Ысын. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



Ысын


Ә мин - Ғаләм...
Миндә - сал йондоҙҙар,
Планеталар, Ҡояш һәм дә Ай,
Күсәрендә зыр әйләнгән ер мин,
Ҡатмарлы ла тәнем һәм ябай.

Мин - тәбиғәт,
тауҙар, ҡарурмандар,
Шау сәскәле ялан-болондар,
Минең өҫтә ҡоштар оя ҡорған,
Сырҡырашып саба ҡолондар.

Мин - тарихмын...
Белгән-белмәгәнем
Яҙылып та ҡуйған ҡаныма,
Телем, динем, ғәзиз Ватаным да
Ҡанбабаның мираҫ заңынан.

Эскән һыуым - йән биреүсе зәмзәм,
Һулышымда - донъя һулышы,
Миндә яңы Ғаләм үҫеп килә
Яҙғы бөрө кеүек тулышып.

Ябай ғына бер ҡатынмын үҙем,
Ә һалынған күпме сер-тылсым.
Тыуыр балам өсөн - мин Ғаләммен,
Мин - бар донъя.
Ысын бит?!
Ысын!


2014